Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
2 Октября 2019, 11:24

Телефон арҡаһында тағы бер ғүмер өҙөлгән

Телефон арҡаһында тағы бер ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Һуңғы осорҙа гаджет, смартфондар беҙҙең тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Беҙ уларҙы ҡайҙа ғына ҡулланмайбыҙ.
РИА «Яңылыҡтар» хәбәр итеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл Ҡаҙағстанда теркәлә, 14 йәшлек ҡыҙ телефонын төнгөлөккә янынан зарядкаға ҡуйып ята һәм төндә токтан һуғылып үлә. Кабелде смартфонға тоташтырыла торған өлөшө янған булған. Бына ошоноң арҡаһында ҡыҙҙы ток һуҡҡан да инде.
Һаҡ булығыҙ, телефонығыҙҙы көс алырға ҡуйғас, ҡулға алмағыҙ.
Читайте нас