Ике субъекттың Мәғариф министрлыҡтары Перелюбский районының белем биреү ойошмаларында туған башҡорт телен уҡытыу буйынса килешеү төҙөнө. Был сара 24-28 сентябрҙә Һарытау өлкәһендә үткән Башҡортостандың 100 йыллығына арналған Башҡорт мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Әлфиә Ғәлиева башҡорт телен өйрәтеү курстарын Башҡортостанда ла уҙғарып, ситтәге милләттәштәр менән хеҙмәттәшлек итеү тәҡдимен индерҙе.
Һарытау өлкәһенән ике уҡытыусы Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дистанцион курстар үтәсәк. Тиҙҙән башҡорттар күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә башҡорт теле дәрестәре индереү ҡараласаҡ. Әлеге ваҡытта интернетта Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан башҡорт теленән онлайн-курстар булдырылған, унда һәр кем кем туған телебеҙҙе өйрәнә ала.