Шоңҡар
+25 °С
Ясно
Новости
4 Октября 2019, 06:14

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Башҡортостандағы төҙөлөш менән танышты

Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Башҡортостандағы төҙөлөш менән танышты. #нацпроекты

Ул беҙҙең республикала «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты үтәлеше менән таныша. республика башлығы Радий Хәбиров Федераль министрҙы Нефтекамалағы «Автопласт» холдингы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Унда НефАЗ автобустары өсөн материалдар әҙерләнә.

Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев килде


Ошо уҡ холдинг составына «Интеркуб» йәмғиәте инә. Ул Нефтекама йылдам үҫеш биләмәһенең резиденты булып тора. Унда төрлө биналар төҙөлөш өсөн еңел ҡоролмалар етештерелә. Шулай уҡ, модулле фельдшер-акушер пункттары йыйыла. Радий Хәбиров был инвестиция проектының мөмкинлектәренә Республика кимәлендә «Инвестиция сәғәте»ндә ентекле баһа биреләсәк, тине.
Читайте нас