Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың ошо исемле фильмы Лос-Анджелеста үтәсәк Халыҡ-ара кино фестивалендә Рәсәй данын яҡлаясаҡ.
Ошо көндәрҙә режиссер билдәле фильмы менән Азия халыҡ-ара кино фестиваленең конкурс программаһында ҡатнашыуға кинофестиваль директоры Джорджес Чамчундан рәсми саҡырыу алған.
Башлыса Азия континенты ижадсылары ҡатнашҡан фестиваль ноябрҙә үтә. Унда Булат Йосоповҡа үҙенең кино әҫәрен Голливуд киноакадемияһы һәм сил ил матбуғаты ассоциацияһы ағзалары алдында күрһәтеү мөмкинлеге бирелгән.
Булат Йосопов, «Беренсе республика» фильмының режиссеры: “Беҙ АҠШ-тан фестивалгә саҡырыу алдыҡ. Унда донъяның 50 иленән фильмдар ҡатнаша. Бындай фестивалдә ҡатнашыу беҙҙең ижади төркөм һәм республика өсөн оло әһәмиәткә эйә”.