Шоңҡар
+27 °С
Ясно
Новости
7 Октября 2019, 18:27

Алты тел белгән өс йәшлек Максим Мухин яҡташтарын Республика көнө менән ҡотланы!

Ҡытайҙа йәшәүсе өс йәшлек Максим Мухин алты тел белә! Уларҙың береһе — башҡорт теле. Видеояҙмаһы сайтта:

Әлеге көндә Ҡытайҙа йәшәүсе өс йәшлек Максим Мухин яҡташтарын Республика көнө менән тәбрикләне. Бүләк итеп, ул Рауил Бикбаев менән Рәшит Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған Башҡортостан гимнын ятланы.

Максим Мухин федераль каналдарҙың береһендә барған «Ғәжәйеп кешеләр» тапшырыуында сығыш яһап, халыҡты хайран иткәйне.Башҡортостанда тыуып үҫкән малайҙың алты телдә иркен аралашыуы, шул иҫәптән башҡорт телендә лә һөйләшеүе ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Максимдың әсәһе лә тел белгесе, лингвист, шулай уҡ бер нисә телдә иркен аралаша.
Бынан бер нисә йыл элек ул ире Артем менән бергә Өфөлә балалар лингвистик үҙәген аса. Был ваҡытта Максимға ни бары бер йәш кенә була, шуға ҡарамаҫтан уның төрлө телдәргә ҡыҙыҡһыныуы асыҡ күренә. Был ҡыҙыҡһыныуҙы юғалтмау һәм артабан да телдәрҙе өйрәнеү тәжрибәһен киңәйтеү маҡсатында йыл ярым элек ғаилә Ҡытайға күсә. Тыуған ерҙәренән ситтә йәшәһәләр ҙә улар Башҡортостан менән бәйләнештәрен өҙмәй.
Читайте нас