Белеүебеҙсә, Радик байтаҡ йылдар Татарстанда йәшәй. Унда ул йорт һәм студия төҙөй. Әммә тыуған яғы менён бәйләнеште өҙмәй. Үҙенең 30 йәшен дә тыуған ҡалаһында үткәрҙе. Һәм Радий Хәбиров, уның концертында булғандан һуң: "Был егет республика өсөн бик күп эш башҡара", - тип билдәләне. Бер-ике көн элек ул йәнә республика башлығы менән осрашты. Һәм уның Өфөгә ҡайтыуы мөмкин, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй.