Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Новости
7 Октября 2019, 06:34

Путиндың йәшерен телефоны бармы?

Путиндың йәшерен телефоны бармы? #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдәге кабинетынан сыҡҡас, йәшерен кеҫә телефонынан һөйләшә, тип яҙа "Башҡортостан" гәзите.
"Был кеҫә телефоны ғәҙәти түгел, ябай телефондан ҡалыныраҡ та. Ул бар нәмәнән һаҡланған: ундағы сигналды боҙоп йә һөйләшеүҙәрҙе тыңлап булмай. Сит ил башлыҡтары менән һөйләшкәндә, тимәк, һаҡҡолаҡтар бер ни ҙә тыңлай алмай", – тип хәбәр итә "Московский комсомолец" гәзите.

Владимир Путиндың именлеге өсөн яуаплы Федераль һаҡ хеҙмәте лә хәрби юлдаш менән файҙалана. Бынан тыш, башлыҡтың телефонының сигналы шифрланған, шифрҙы боҙоуға бер нисә йыл ваҡыт кәрәк буласаҡ.


Читайте нас