Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
8 Октября 2019, 06:22

Александар Овечкин Рәсәй башлығына "рулдә" оҙағыраҡ ҡалыуын теләне

Александар Овечкин Рәсәй башлығына "рулдә" оҙағыраҡ ҡалыуын теләне #ВладимирПутин

Кисәге көн Рәсәй Президенты Владимир Путинға 67 йәш тулды, төбәк етәкселәре, сәйәсмәндәр, йондоҙҙар кемуҙарҙан башлыҡты ҡотларға ашыҡты. Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға булған, ахыры, иң беренселәрҙән булып барлыҡ ил губернаторҙары исеменән ҡотланы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауы күҙгә салынманы, ул шылтыратып ҡотлағандыр, күрәһең... Эстрада йондоҙҙарынан Филипп Киркоров, Олег Газманов, Валерий Леонтьевтарҙың ҡотлауы Путиндың күңеленә хуш килгән.


Рәсәй спорты йондоҙҙары ла ситтә ҡалманы, билдәле хоккейсы, Putin Team етәксеһе Александар Овечкин Рәсәй башлығына "рулдә" мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалыуын теләне. Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Путинды рәсми аккаунтында видео ярҙамында ҡотланы, һәр уйында көтөп ҡалыуын белдерҙе.

#ВладимирПутин
Читайте нас