Шоңҡар
+28 °С
Облачно
Новости
8 Октября 2019, 06:42

«Минең ғаиләм» милли проекты "йәшел йылан"ды ауыҙлаҡмаҡсы

Проект "йәшел йылан" мәкеренә дусар булған ғаиләләрҙе тикшереүҙе, дауалауҙы һәм уларҙың балаларына ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Республикала «Минең ғаиләм» милли проекты тормошҡа ашырыла башланы, ул эскегә һабышып балаларын приюттарға тапшырған ата-әсәләр өсөн. Сөнки социаль етемдәр һаны арта, әле балалар йорттарында 3 мең бала тәрбиәләнһә, уларҙың 20 процентының ата-әсәһе тере.


Проект "йәшел йылан" мәкеренә дусар булған ғаиләләрҙе тикшереүҙе, дауалауҙы һәм уларҙың балаларына ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя, барлыҡ сығымдар ҙа дәүләт бюджетынан ҡапланасаҡ. Эскегә һабышҡан ғаиләләр менән аноним рәүештә эш алып барыласаҡ. Әлеге ваҡытта исемлек төҙөлгән, унда 241 ғаилә ингән. Проект бының менән генә сикләнеп ҡалмай, киләсәктә был ғаиләләргә үҙ эшен асыуға ярҙам биреләсәк, 2020 йылда граждандарҙың килемен арттырыу буйынса пилот проектҡа федераль бюджеттан 385 миллион, республика бюджетынан 45 миллион бүленәсәк.


Проектҡа миҫал итеп, Әстерхан өлкәһендәге эш өлгөһө алынған, унда хөкүмәт, бәлиғ булмағандар менән эш итеү комиссиялары, опека органдары ярҙамында ярайһы уҡ ҙур уңышҡа өлгәшкәндәр.
Читайте нас