Борон бер аҡыл эйәһе усаҡ ҡаршыһында ейәне менән тормош хәҡиҡәте хаҡында әңгәмә ҡора:
– Улым, кеше күңелендә һәр ваҡыт көрәш бара. Ул ике бүренең алышын хәтерләтә. Береһе көнсөллөк, эгоизм, ҡомһоҙлоҡ, алдаҡ кеүек яуыз сифаттарҙы ҡулланып эш итһә, икенсеһе, киреһенсә, тыныслыҡ, мөхәббәт, ышаныс, хәстәрлек, тоғролоҡ кеүек күркәмдәренә өҫтөнлөк бирә, – тип һөйләй.
Олатаһы әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышып ултырған малай бер аҙ уйланып алғас:
– Һөҙөмтәлә ниндәй бүре еңеп сыға һуң? Яҡшыһымы әллә яманымы? – тип һорай.
Аҡыл эйәһе ейәненең елкәһенә еңелсә генә ҡағылып, былай тип яуап ҡайтара:
– Ошо хәҡиҡәтте бер ваҡытта ла хәтереңдән сығарма, улым: үҙеңдәге бүреләрҙең ҡайһыһын ашатаһың, хәстәрләйһең, шул һәр ваҡыт еңеүсе буласаҡ.
Тормошобоҙҙо ҡара буяуҙарға буямайыҡ, уның һәр көнөнән, һәр минутынан ләззәт табып йәшәргә тырышайыҡ. Ә һеҙҙең яратҡан “Шоңҡар” журналығыҙ күңелдәрегеҙҙе үҫтерергә һәр ваҡыт әҙер. Бер-беребеҙгә булған йылы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалайыҡ, ә бының өсөн журналыбыҙға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар!