Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Октябрь 2019, 10:49

Башҡортостанда бер ир-уҙаман 1942 йылда фронтта һәләк булған олатаһынан хат алған

Башҡортостанда бер ир-уҙаман 1942 йылда фронтта һәләк булған олатаһынан хат алған.

Башҡортостанда бер ир-уҙаман 1942 йылда фронтта һәләк булған олатаһынан хат алған


Был хәл ике йыл элек, эҙәрмәндәр Смоленск өлкәһендә Ҡыҙыл армия һалдаттарының һөйәктәрен тапҡандан һуң башланған. Уларҙың береһе эргәһендә медальон, ә уның эсендә яҙыу булған. Медальонды Мәскәү лабораторияһына экспертизаға ебәргәндәр.


Асыҡланыуынса, һалдаттың исеме - Михаил Ардашов, һуғышҡа тиклем ул Дүртөйлө районының Эңгәсәк ауылында йәшәгән. 1942 йылдың 11 авгусында һәләк булған.


Хәҙер был ауылда һуғышта башын һалған һалдаттың ейәне Геннадий Юмашов йәшәй. Эҙәрмәндәр Эңгәсәккә килеп, Геннадийға олатаһынан ҡалған яҙыуҙы, шуның менән бергә яугир ерләнгән ҡәберҙән тупраҡ тапшырған. Тупраҡты Михаил Ардашевтың ҡатынының ҡәбере өҫтөнә һипкәндәр.


«Башинформ»дан.

Читайте нас