Бына ҡыҙыҡ... Бәләкәй генә өс йәшлек бала ҡытайса иркен аралаша, ышаныр инең дә, әгәр ул Ҡытайҙа тыуһа. Максим Мухин – полиглот, ул ике йәшендә урыҫ, башҡорт, инглиз телдәрендә аралаша башлай. Ә әлеге ваҡытта, өс йәшендә, ул алты телдә һөйләшә! Алты телдә!
Әйткәндәй, Максимдың әсәһе башҡорт, тел белгесе Рәйсә Яруллина. Әсә кеше сабыйына үҙ туған телен өйрәтә, әкиәттәр, легендалар һөйләй. Уның әйтеүенсә, Максим ике йәшендә бер үк әйберҙе өс телдә атай башлай. Бынан һуң, ғаилә Ҡытайға күсергә ҡарар итә, сабыйына тел өйрәтеү өсөн, йәш атай менән әсәгә барыһын да ташлап сығып китергә тура килә. Үҙҙәре телде белмәгәс, Максимға тәрбиәсе яллайҙар һәм ул дүрт айҙан шатырлатып һөйләшә башлай. Бөгөн малайҙың иҫәбендә тағы ла француз һәм немец телдәре.
Максим Мухин федераль каналда барған "Ғәжәйеп кешеләр" тапшырыуын яулап өлгөргән, башҡа телдәр менән бер рәттән, ул башҡортса ла һөйләшеп күрһәткән. Бының сере ниҙә икән? Рәйсә Яруллина әйтеүенсә, Максим барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек шул уҡ шуҡ малай. Тик алты телдә һөйләшеүсән. Яуапты киләһе мәҡәләлә табырға мөмкин...