Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Новости
10 Октября 2019, 09:54

Ялдарҙа һауа торошо ниндәй булыр?

Ялдарҙа һауа торошо ниндәй булыр?

Башгидромет белгестәре алдағы оҙайлы ялдарға һауа торошо хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы көтөлә. Ваҡыты менән ямғыр яуыуы мөмкин. Температура түбән, ләкин һаман да ғәҙәти күрһәткестәрҙән 1-3 градусҡа юғарыраҡ була.
Иртәгә, 11 октябрҙә, Республика көнөндә, көндөҙ бер аҙ ямғыр көтөлә. Ел төндә йомшаҡ, көндөҙ көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1,-6 градус, урыны менән +5-кә тиклем, көндөҙ +7,+12 градус.
Шәмбе, 12 октябрҙә лә, ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә 0,+5 , аяҙытҡанда -5-кә тиклем, көндөҙ +5,+10 градус.
Йәкшәмбе, 13 октябрҙә, көндөҙ +8, төндә +5 градус була.
Читайте нас