Был хаҡта Мәскәүҙәге “Алтын көҙ” ауыл хужалығы йәрминкәһендә хәбәр иттеләр.
Тиҙҙән һыйырҙарҙың да, аттарҙың дә үҙ паспорты буласаҡ. Республикалағы барлыҡ малдарға электрон танытма биреләсәк. Был халыҡҡа уларҙы банк кредитын рәсмиләштергәндә залогҡа биреү мөмкинлеген асасаҡ.
“Алтын көҙ” йәрминкәһендә төбәк агросәнәғәтен һанлаштырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.