Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
12 Октября 2019, 15:02

Илдар "Голос" шоу-проектын гөж килтерҙе

Башҡорт йәштәре Рәсәй телеканалдарын яулауын дауам итә. Былтыр Рушана Вәлиева өсөн тауыштар бирһәк, быйыл Илдар Абдуллин өсөн янып-көйәсәкбеҙ!

Кисә "Голос" шоу-проектында барыһының һушын алған Илдар Абдуллин исемле егет Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһынан. Үҙенсәлекле тауышле йырсы инглиз телендә композиция башҡара башлап та өлгөрмәне, Сергей Шнуров уға йөҙө менән әйләнде, үҙенә саҡырған өс оҫта араһынан Илдар тап уның командаһын һайланы. Бәйгесе шәп йырсы ғына түгел, үткер ҡәләмле, хисле ижадсы ла. "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә (https://vk.com/ildarabdullin) уның Нәбирә өләсәһенең ҡатмарлы яҙмышы хаҡындағы яҙмаһы бигерәк тә ихлас, йылы яҙылыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Читайте нас