Шоңҡар
+26 °С
Ясно
Новости
12 Октября 2019, 08:28

Лимон һәм һарымһаҡ күп сирҙәргә дауа!

Лимонлы-һарымһаҡлы коктейль ҡан тамырҙарын холестериндан таҙартыуы барыбыҙға ла билдәле. Баҡтиһәң, ул күп ауырыуҙарға дауа икән.

Лимонлы-һарымһаҡлы коктейль ҡан тамырҙарын холестериндан таҙартыуы барыбыҙға ла билдәле. Баҡтиһәң, ул күп ауырыуҙарға дауа икән.
4 баш таҙартылған һарымһаҡты блендерҙа ваҡларға йәки иттартҡыстан үткәрергә. Шуға ҡабығы менән иттартҡыстан үткәрелгән, йә ваҡ өлөштәргә ҡырҡылған дүрт лимон ҡушырға. Массаны 3 литрлы банкыға һалырға, тулғансы һыу ағыҙырға һәм бер төн бүлмә температураһында тоторға. Шунан һөҙөп һыуытҡысҡа ҡуйырға. Лимонлы һарымһаҡлы коктейлде көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә. Дауаланыу курсы — 21 көн.
Был һут иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын ипкә килтерә, метаболизмды яҡшырта, яман шешкә профилактика яһай.
Читайте нас