Шоңҡар
+34 °С
Ясно
Новости
13 Октября 2019, 12:40

Өфө егете ТНТ каналын хайран ҡалдырған!

Өфө егете ТНТ каналын хайран ҡалдырған!

24 йәшлек Өфө егете Таһир Ғиндуллин ТНТ каналындағы “Бейеү” проектының жюри ағзаларын өсөнсө тапҡыр хайран ҡалдырған. Ул бәйгенең киләһе этабына үткән.


Таһир брейкинг стилендә бейей. Билдәле хореографтар Егор Дружинин, Мигель и Татьяна Денисова егеттең юғары оҫталығын билдәләгән.


Ул ТНТ каналы проектында өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Беренсееһендә, 2015 йылда, Таһир һайлап алыу турын үтә алмай. 2017 йылда "Топ-50" исемлегенә инә. Унан тыш, тынғыһыҙ Таһир Беренсе канал үткәргән “Бейе” проектында ла ҡатнашҡан. Унда жюри ағзаларының береһе булып данлыҡлы хореограф Алла Духова торған.


— Мин ҡабаттан барырға булдым, бер башлағас, ташлағым килмәй. Тәүгеләрендә, минең тәжрибәм етеңкерәмәгәндер. Ваҡыты етмәгән булғандыр, бәлки. Хәҙер барыһы ла килеп сығасаҡ! Брейкингта ярайһы уҡ ҙур уңыштарға өлгәштем, мине данлыҡлы бейеүселәр белде... Был юлы еңеү минең яҡта буласаҡ!
Читайте нас