12 октябрь Бәләкәй театрҙа Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған кисә үтте.
Мәскәү халҡы тәүҙә Мостай Кәримгә бағышланған фотокүргәҙмә менән танышһа, һуңынан "Мостай" тип исемләнгән документаль фильмды ҡараны.
Саида Медведеваның "Мастерская" кинокомпанияһы төшөргән кинокартина Фильмда шулай уҡ рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре, театр һәм кино артистары бөйөк шағирыбыҙҙың урыҫ теленә тәржемәлә
шиғырҙарын уҡыны. Шулар араһында Владимир Спиваков, Никита Михалков, Сергей Безруков, Сулпан Хамматова һ.б.
ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы, ейәне Тимербулат Кәримов, Иосиф Кобзон, Татарстан республикаһының элекке президенты Минтимер Шаймиев һ.б. яҡындары уның тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште.
"Һеңлекәш" фильмның режиссёры Александр Галибин, төп ролде башҡарыусы Арыҫлан Ҡрымсуринды Йәмил образында күрергә мөмкин.
Мостай Кәрим үҙе һәм уның әҫәрҙәре кеүек йылы, изге, матур филмьдың премьераһы Өфөлә 19 октябрь була. Ә 20 октябрь иһә фильмды тотош Рәсәй халҡы "Россия-1" каналынан ҡараясаҡ!