Шоңҡар
+23 °С
Облачно
Новости
14 Октября 2019, 06:49

Башҡортостан "Алтын көҙ-2019" күргәҙмәһендә гран-при яуланы!

Башҡортостан "Алтын көҙ-2019" күргәҙмәһендә гран-при яуланы! #нацпроекты

Мәскәүҙә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы ойошторолған "Алтын көҙ-2019" агросәнәғәт күргәҙмәһе үҙ эшен тамамланы.


Башҡортостан аграрийҙары барлыҡ конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре, бал етештереүселәр юғары бүләктәргә лайыҡ булды. Шулай ҙа йыйындың иң мөһим яңылығы шул: Башҡортостан ил төбәктәре араһында "Алтын көҙ-2019" күргәҙмәһендә гран-при яуланы!


«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: «Сәнәғәт экспорты», «Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау», «Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы», «Хеҙмәтләндереү экспорты», «Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары».

#национальныепроекты #нацпроекты

#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас