Шоңҡар
+31 °С
Ясно
Новости
14 Октября 2019, 18:16

Өфө ҡыҙы Наҙгөл Ибраһимованың моңло тауышы Монте-Карлоны әсир итте!

Өфө ҡыҙы Наҙгөл Ибраһимованың моңло тауышы Монте-Карлоны әсир итте!

Өфө ҡыҙы Наҙгөл Ибраһимова Монте-Карло ҡалаһында Йәш опера йырсылары академияһында ҡабул итеү конкурсын үткән. Был проектта Башҡортостандан Наҙгөл бер үҙе ҡатнаша, бөтәһе 129 кеше үҙен һынап ҡарарға килгән. Рәсәйҙән ун йырсы һайлап алынған, шуларҙың араһында башҡорт ҡыҙы ла бар.


Монте-Карло академияһы бындай һайлап алыу турын өсөнсө тапҡыр уҙғарҙы. Ғәҙәттә, унда 18-30 йәшлек опера вокалы класы буйынса уҡыған студенттар, уны тамамлағандар ҡатнаша. Комиссия ағзалары конкурсҡа ебәрелгән видеоматериалдарҙы ҡарап, иң беренсе сиратта йырсы тауышының тембрына, башҡарыу техникаһына, музыкаль үҙенсәлегенә иғтибар бирә.


Наҙгөл Ибраһимова – республика конкурстары лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 5-се курс студенты.
Читайте нас