«Шоңҡар» Башҡортостан йәштәр журналы Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә талантлы шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рәйес Түләктең 60 йыллығына бағышлап, «Ғүмер ике генә кис ул, ике генә кис ул, и, кешем» тип исемләнгән республика видеоконкурсын иғлан иткәйне. Бәйге бик ҡыҙыу ғына бара, айырыуса һуңғы көндәрҙә. Ә кемдәр әлегә өлгөрмәгән, иртәгә 15:00 сәғәткә тиклем ваҡыт бар, видеояҙмаларығыҙҙы ебәрегеҙ, ҡатнашығыҙ, еңегеҙ!