Өфө ҡыҙы Анжелика Якусева «План Б» телешоуының һайлап алыу турын үтә алманы.
Анжелика Якусеваны йырсы булараҡ беләбеҙ, ҡасандыр ул "Йәшлек-шоу" фестивале еңеүсеһе лә булғайны.
Яҡташыбыҙ һайлап алыуҙа йырлап та күрһәтте, жюри ағзаларына оҡшаны, тик ниңәлер Ольга Бузова уны үҙ итмәне.
— Телевидениела күп нәмәне монтаж хәл итә, үкенес, әммә иң ҡыҙығы кадр артында ҡалды. Һайлап алыу турын үтергә теләгем бик ҙур ине, әммә шулай яҙғандыр. Бузова ниңәлер мине үткәрергә теләмәне. Ғәҙел булдымы икән? — тип яҙҙы Анжелика Инстаграм-сәхифәһендә.