Һигеҙ йыл элек Өфөлә йәшәгән Станислав Булатовтың яҙмышы ҡырҡа үҙгәргән. Ул саҡта, 2011 йылда, «Дом-2»-нең элекке ҡатнашыусыһы Диана Изюмская ТНТ каналында барған «Экстрасенстар алышы» шоуына мөрәжәғәт иткән һәм үҙенең һөйгәне Олег Тимофеевты (фотола) үлтереүселәрҙе табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораған.
Шоу ваҡытында ул күрәҙәселәргә Тимофеевтың үҙе менән осраша башлағанға тиклем гомосексуалист булғанын һөйләгән. Экстрасенстар мәрхүмдең фотоһын өйрәнгәндән һуң Станислав Булатовты енәйәтсе тип күрһәткән. Бынан тыш, улар Булатовты сериялы маньяк-гомофоб тип атаған.
Һөҙөмтәлә Булатовтан ғәйепләүҙәр кире алынған, ләкин «гейҙарҙы үлтереүсе» тигән даны ҡалған. Үҙе әйтеүенсә, исеменең бысраныуы бөгөнгәсә уға тыныс йәшәргә ирек бирмәй. Коллегалары һәм күршеләре һаман да уға ҡырын ҡарай.
Һөҙөмтәлә ул шоуҙы судҡа бирергә хәл иткән һәм был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡағыуҙарын һорай.