Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
16 Октября 2019, 09:29

Аяҡ табандарын шымартабыҙ

Тәнебеҙҙең һәр өлөшө үҙенә ҡарата иғтибарлы булғанды, тәрбиәләп торғанды ярата. Шул иҫәптән аяҡ табандарына ла ваҡыт бүлмәһәң, тиреһе тиҙ генә ҡорошоп, ярылып барыусан. Ҡайһы осраҡта һәм ни өсөн ярыла һуң улар?

Тәнебеҙҙең һәр өлөшө үҙенә ҡарата иғтибарлы булғанды, тәрбиәләп торғанды ярата. Шул иҫәптән аяҡ табандарына ла ваҡыт бүлмәһәң, тиреһе тиҙ генә ҡорошоп, ярылып барыусан. Ҡайһы осраҡта һәм ни өсөн ярыла һуң улар? Артыҡ кәүҙә ауырлығы, уңайһыҙ аяҡ кейеме, шәкәр диабеты, организмға витаминдар етмәүе төп сәбәп булып тора. Өй шарттарында аяҡ табандарын тәрбиәләүҙең бер нисә ысулын ҡарап китәйек.
1. Имән ҡайыры, аҡсәскәгә ҡайнар һыу һалып, ярты сәғәт төнәтергә. Үләндәрҙе һөҙөп алғас, йылы һыуға (аяҡ бешмәҫлек булһын) ҡушҡандан һуң, ун биш минутҡа аяҡтарҙы тығып ултырырға. Аҙаҡ йомшартыусы крем һөртөргә.
2. Шулай уҡ һуған ҡабығы ярҙам итә ала. Бының өсөн һуған ҡабығын ҡайнар һыуҙа бер сәғәт төнәтергә. Утыҙ минут аяҡ табандарын шул һыуҙа тотҡас, ағын һыуҙа сайҡарға ғына ҡала.
Һәр процедураны ике-өс аҙна дауамында эшләргә кәрәк.
Читайте нас