Билдәле музыкант һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов Өфө үҙәгенең Артквадрат ижади киңлектәрендә аслыҡ иғлан итте. Бына бишенсе көн ул тирмә эсендә скрипкала уйнап ҡына ултыра, ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмаған, 14 октябрь көндө уға табип саҡыртҡандар, хәле насарая башлаған, күрәһең.
Табип ҡарағандан һуң, Рөстәм скрипкала уйнауын дауам иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ете көнлөк акция ваҡытында ул скрипкала башҡорт көйҙәрен башҡарасаҡ. Был концерт– марафонды дирижер башҡорт милли мәҙәниәтенә иғтибар йүнәлтеү тип аңлатты.
Ошо ваҡиғаны ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнаған, 18 октябрҙә тамамланасаҡ.