Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм уның делегацияһы Сәғүд Ғәрәбстанында сәфәрен тамамлап, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә килде.
Абу-Дабиҙағы Ҡаср Әл-Ватан һарайында Владимир Путин тәхет вариҫы, Әмирлектәрҙең Ҡораллы көстәренең Баш командующийы урынбаҫары Мөхәммәд бин Зәйед Әл-Нахайян менән осрашты.
Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса байтаҡ документҡа ҡул ҡуйылды. Документҡа ҡул ҡуйыу тантанаһында "Газпром нефть" ойошмаһының генераль директоры Александр Дюков, "Росатом" етәксеһе Алексей Лихачев, Чечня Республикаһы башлығы Рамаҙан Ҡадыров, һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова ҡатнашты. Хужалар Владимир Путинға инвестиция проекттары күргәҙмәһен дә күрһәтте.
Осрашыу барышында ике дәүләт башлығы бер-береһенә бүләк биреште. Рәсәй Президенты Сәлмән бин Әбдилгә Камчатканан килтерелгән аҡ шоңҡар бүләк итте, ғәрәп дуҫыбыҙ Ҡаср Әл-Хосн һарайының макетын тапшырҙы.