Күптән түгел Өфөнөң "Рәсәй – минең тарихым" тарихи паркында СИБУР ойошмаһы һәм Башҡортостандың экология министрлығы ярҙамында "Фантастик пластик" тигән үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Ул 1 декабргә тиклем дауам итәсәк, инеү бушлай.
"Фантастик пластик" күргәҙмәһе "Экология" милли проекты нигеҙендә асылған. Унда Рәсәйҙең һәм сит илдең ҡырҡлаған дизайнеры ҡатнаша. Улар пластик ҡалдығынан ғәжәп матур экпозиция булдырған. Барып күрергә кәрәк, күҙҙең яуын алырлыҡ, ти. Ябай пластиктан шундайын да ижад өлгөһө яһап булыр икән?