Шоңҡар
+22 °С
Ясно
Новости
17 Октября 2019, 08:54

Ай, һылыуһың, башҡорт ҡыҙы!

Башҡортостан ҡыҙы Аймара Нафиҡова «Мисс Космополитен Мира – 2019» бәйгеһендә ҡатнаша!

Ай, һылыуһың, башҡорт ҡыҙы! Ошо көндәрҙә Малайзияның баш ҡалаһы Куала-Лумпур ҡалаһында халыҡ-ара гүзәллек конкурсы бара.


«Мисс Космополитен Мира – 2019» тип аталған мәртәбәле бәйгелә сығышы менән Өфө ҡалаһынан булған, әле Ҡытайҙа йәшәүсе Аймара Нафиҡова ҡатнаша.


Яҡташыбыҙ унда Башҡортостан данын яҡлай. Инглиз, ҡытай телдәрендә иркен аралашҡан Аймара Марат ҡыҙы Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған, артабан Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, бөгөнгө көндә Ҡытайҙа инглиз теленән уҡыта. Аймараға уңыштар теләйек!
Читайте нас