Шоңҡар
+34 °С
Ясно
Новости
16 Октября 2019, 20:24

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа өҙөклөктәр булырға тейеш түгел

Мәҫәлән «Сәләмәтлек» милли проекты нигеҙендә дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар күҙәтелә.«Мәғариф» милли проекты буйынса Шаран районында мәктәп төҙөлөшө һуҙыла. #нацпроекты

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров белдерҙе. Башҡортостанда милли һәм төбәк проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙналарынан байтаҡ финанс сығымдар бүленгән. Аҡса бар, әммә улар төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡытында үҙләштерелмәй. Һөҙөмтәлә эш тә тотҡарлана. Мәҫәлән «Сәләмәтлек» милли проекты нигеҙендә дауаханаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар күҙәтелә.
«Мәғариф» милли проекты буйынса Шаран районында мәктәп төҙөлөшө һуҙыла. Уларға аҡса бүленгән, әммә проект документтары ваҡытында әҙерләнмәү сәбәпле, финанстар өлөшләтә генә күскән. Быйыл үҙләштерелмәгән аҡсалар киләһе йылға ҡала, әммә уларҙы яңынан юллау өсөн дә байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шуға ла Республика Хөкүмәтендә милли проекттар һәм улар ҡарамағындағы төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа тәртип урынлаштырыу талабы ҡуйыла.
Читайте нас