20 октябрҙә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөндә, «Рәсәй 1» телеканалы «Мостай» (реж. Сәйҙә Медведева) документаль фильмын күрһәтә.
"Һеңлекәш" фильмы күрһәтелә тигән хәбәр йәшен тиҙлеге менән таралғайны, баҡтиһәң, уның прокаты ла бөтмәгән икән. Был яңылыҡ дөрөҫ булмай сыҡты.
"Мостай" документаль фильмы 12 октябрь Мәскәүҙең Бәләкәй театрында Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған кисәлә күрһәтелде. Уны төшөрөүҙә Рәсәйҙең танылған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, артистар, яҙыусылар ҡатнашҡан, улар араһында Владимир Спиваков, Никита Михалков, Сергей Безруков, Иосиф Кобзон, Чулпан Хаматова бар.