Шоңҡар
+30 °С
Облачно
Новости
21 Октября 2019, 17:27

Александр Маскалев 1 ноябргә Федерация Советына бүләкләү тантанаһына саҡырылған

Ғаиләһен янғындан ҡотҡарған үҫмерҙең ҡыйыулығы ил кимәлендә юғары баһаланды – Александр Маскалев 1 ноябргә Федерация Советына бүләкләү тантанаһына саҡырылған.

Үҫмерҙең ҡыйыулығы ил кимәлендә баһаланды – ул 1 ноябргә Федерация Советына бүләкләү тантанаһына саҡырылған.
Архангел ауылында ярты йыл элек сыҡҡан янғынды Александр Маскалев ҡурҡыныс төш кеүек иҫләй. Ишек алдында һыу ташып йөрөгән егет, үҙ йорттарының соланында янғын сыҡҡанын күреп ҡала. Өйҙә төтөн еҫен һиҙмәгән әсәһе һәм ике бәләкәй бала булған. Александрҙың әсәһе әйтеүенсә, өйгә ингәндә үк өлкән улдары уттан зыян күреп өлгөргән булған. Тәҙрәне ватып улар ике баланы ишек алдына ташлап өлгөрә, шунан әсә кеше лә йорттан сыға. Күҙ асып йомған арала өйҙөң түшәме ишелеп төшөп, ихатала көл генә ҡала.
Йәрәхәтләнгән егет тиҙ ярҙам машинаһында дауаханаға оҙатыла. Александрға бер-бер артлы ике операция эшләйҙәр. Янған битенә тирене аяғынан алып күсерәләр. Янған йорт урынына ғаилә ике ай эсендә яңы өй һала. Әлбиттә, бындай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йортло булыр өсөн ғаилә бурысҡа сума. Бөгөнгө көндә Александр Өфө колледжында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ял һайын ғаиләһе, һөйөклө ҡустыһы һәм һеңлеһе янына ҡайтып йөрөргә тырыша. Егет үҙенең ҡыйыулығы хаҡында һөйләп барырға яратмай, Александр батырлыҡ һүҙ менән түгел, эш менән башҡарыла тигән фекерҙә. Бер аҙнанан малай әсәһе менән Мәскәүгә юллансаҡ, ҡотҡарыусы егет Совет Федерецияһына бүләкләүгә саҡырылған.
Читайте нас