Шоңҡар
+32 °С
Ясно
Новости
21 Октября 2019, 17:49

Үрмәксе кешегә битлек яһаусы Айҙар менән "Шоңҡар"ҙың яңы һанында танышығыҙ!

Дуҫтар, Том Холландты таныйһығыҙмы? Легендар үрмәксе кешене? Яңы һандың тышлығында киләһе шәп геройыбыҙ — Голливуд йондоҙҙарына битлек яһаусы Айҙар Миһранов! #Шоңҡаржурналы #АйҙарМиһранов

"Ябай Өфө егете Голливудты яулай" тип яҙалар Айҙар Миһранов тураһында. Геройыбыҙ битлектәре менән бөтә донъяға билдәле Marvel, Disney кинокомпаниялары менән тығыҙ бәйләнеш тота һәм улар менән берлектә проекттар әҙерләй. "Эйе, текә!" - тигән уйҙан артыҡ тағы нимә бирә улар?

Ә бына: "Айҙар ябай ауыл егете. Белорет районында тыуып үҫә ул. Бөтә ауыл егеттәре кеүек йорт эштәре менән шөғөлләнә, бесән саба, мал ҡарай. Бөтә малайҙар кеүек үк компьютер уйындары менән мауыға," - тиһәң, башта шунда уҡ һорау: "Ә нисек ул донъя кимәленә сыҡҡан?"

Киләһе һаныбыҙҙың тышын биҙәгән геройыбыҙҙың бөгөнгө уңыштарына өлгәшеү юлын "Шоңҡар" журналынан уҡып бел!

Читайте нас