Күпселек ваҡыт бит, муйын тирәләрен генә тәрбиәләп торорға күнеккәнбеҙ. Ә ҡулдарыбыҙға иғтибар бөтөнләй тиерлек бүләмәйбеҙ ҙә. Бары тик шытырлап ҡороша (хатта ярылып әсетә), сырыштар барлыҡҡа килә башлағас ҡына “ах” итәбеҙ. Улар һәр ваҡыт йомшаҡ, матур булһын өсөн түбәндәге бер нисә кәңәште онотмайыҡ.
1. Бирсәткә кейеп һауыт-һаба йыуыу. Күп гүзәл заттар был төп ҡағиҙәне ишетһә көлөп кенә ҡуя һәм ныҡ яңылыша. Көнөнә ҡатын-ҡыҙ күпме һауыт-һаба йыуа!? Шул арала химикаттарҙан ҡударыбыҙ нисә минутҡа ял итеп өлгөрә икән?
2. Өй таҙартҡанда ла яланғас ҡулдар менән эшләүҙең зыяны бар. Хәҙер ниндәй генә йыуыу-таҙартыу нәмәләре юҡ. Тәҙрә өсөн бер төрлө, иҙәнгә икенсе, саңды баҫа торғаны, майлы таптарҙы бөтөргәне... Улар менән бергә ҡулдарыбыҙағы тирене һаҡлаусы матдәләр ҙә юғала.
3. Ҡышҡы селләлә бейәләйһеҙ, йылы бирсәткәләрһеҙ йөрөү ҙә ҡулдарҙың ярылыуы, ҡорошыуы, зәңгеп-зәңгеп әсәтеүе менән бергә, яйлап ҡына быуындар һыҙлауына ла килтерәсәк.
4. Ҡояш нурҙарынан һаҡлайыҡ. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, иң беренсе ҡулдар яна. Шуға ла, ҡояштан һаҡлаусы махсус кремдар (бит, тән өсөн булғандарының ниндәйе лә ярай) һөртмәгәндә, төрлө таптар барлыҡҡа киләсәген көт тә тор.
Өй шарттарында эшләнгән ҡулдарҙы туҡландырыусы маска.
1 ҡалаҡ эремсек, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ балға бер нисә тамсы лимон һутын бергә һалып яҡшылап бутағас, ҡулдарға һылайбыҙ ҙа целлофан бирсәткәләр кейеп 20 – 25 минут тотабыҙ. Һуңынан йылымыс һыу менән йыуып, йомшартыусы кремдар һөртәбеҙ.