Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
21 Октября 2019, 05:26

Владимир Путин: Мостай Кәрим бөйөк шағир, ысын талант эйәһе ине...

Владимир Путин: Мостай Кәрим бөйөк шағир ине...#ВладимирПутин

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы айҡанлы үткән тантаналы сарала Рәсәй Президенты советнигы Владимир Толстой Владимир Путиндың хатын уҡып ишеттерҙе. Ундай былай тиелә:

"Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙе әһәмиәтле дата – Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләйем. Мостай Кәрим бөйөк шағир, талантлы яҙыусы, драматург, күренекле йәмәғәт эшмәкәре ине. Мостафа Сафа улының илһамлы, ихлас ижады, тыуған ере, Башҡортостанға булған һөйөүе, тормошты сикһеҙ яратыуы, ғәҙеллеккә, яҡшылыҡҡа өндәүе уның киң күңелле кеше, төрлө яҡлы шәхес булыуы хаҡында һөйләй. Мостай Кәримдең бай мираҫы замандаштарыбыҙға бик ныҡ тәьҫир итте, әҙәбиәткә яңы йүнәлеш бирҙе, беҙҙең тарихи, мәҙәни, рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булып һаҡланды. Уның юбилейы айҡанлы үткән саралар уның талантын хөрмәт итеүселәрҙе, әҙәбиәтте һөйөүселәрҙе бер ҡорға йыйырына ышанысым ҙур. Изге теләктәр менән, Владимир Путин".

#ВладимирПутин
Читайте нас