Шоңҡар
+26 °С
Ясно
Новости
22 Октября 2019, 13:07

Бузова тормошонда “ҡара көндәр” башланғанмы?

Ярты йыл да эшләй алмаған был ресторандарҙың ябылыу сәбәбен берәүҙәр, хаҡтар артыҡ юғары булып, килем килтерә алмаған, тип иҫәпләһә, икенселәр иһә, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә генә түгел, Бузова тормошонда тотош “ҡара көндәр” башланған, тип һығымта яһаусылар ҙа бар.

Инстаграмда реклама менән генә миллион һумдар эшләй алған йырсы, телетапшырыуҙар алып барыусыһы Олга Бузова үҙен эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә һынап ҡараған “йондоҙ”ҙарҙың береһе. Әммә һуңғы ваҡытта финанс яғынан көрсөк хәлендә икән тигән имеш-мимештәр интернет селтәрҙәрендә йыш күренә башланы. Йә кейем магазиндары яна, йә китаптары һатылмай саң йыйып ята... Әле иһә Мәскәүҙә урынлашҡан “Бузфуд” тип исемләнгән ике рестораны ябылған, тип хәбәр итә “Комсомольская правда” гәзите.
Баҡһаң, һуңғы бер нисә көн эсендә йырсының ижадын ғына түгел, ә тәғәмханаһындағы салат, паста, гамбургерҙарын да (йырсы үҙ ресторанында уларҙы бузбургер тип атай) яратыусыларҙы ишектәге “Дуҫтар! Техник сәбәптәр арҡаһында ресторан ябыҡ!” тигән яҙыу ғына ҡаршы алған. Ҡасан асылыры ла билдәле түгел икән, һорауҙар менән ресторан администрацияһына мөрәжәғәт итеп шылтыратыусыларға ла яуап биреүсе юҡ.

Читайте нас