Шоңҡар
+15 °С
Облачно
Новости
22 Октября 2019, 09:13

София Ғиззәтуллинаның ғаиләһенә фатир бүләк иткәндәр

Үҙенсәлекле ҡиәфәтле ҡыҙ менән бар республика таныштыр, урындағы хакимиәт, башҡа балалар ҡурҡа тип, уны балалар баҡсаһына индермәгәйне, хәтерегеҙҙә булһа. Ауырыуы арҡаһында сабыйҙың баш һөйәге ҡыйыш үҫешкән.

Кисәге көн Стәрлетамаҡтан шатлыҡлы хәбәр килеп етте. Ике йәшлек София Ғизәтуллинаның ғаиләһенә ике бүлмәле фатир бүләк иткәндәр.
Үҙенсәлекле ҡиәфәтле ҡыҙ менән бар республика таныштыр, урындағы хакимиәт, башҡа балалар ҡурҡа тип, уны балалар баҡсаһына индермәгәйне, хәтерегеҙҙә булһа. Ауырыуы арҡаһында сабыйҙың баш һөйәге ҡыйыш үҫешкән. Башҡортостан хөкүмәте был мәсьәләне хәл итергә тотондо, ирекмәндәр ҡушылды. Бына ошо көндәрҙә Ғизәтуллиндар ғаиләһе фатирлы булған.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, йәш ғаиләгә Стәрлетамаҡ районы Мебельный ҡасабаһынан ике бүлмәле фатир бирелгән. Ғизәтуллиндар өр-яңы йортҡа күсенеп тә өлгөргәндәр, фатирҙа ремонт эшләнгән, бар ҡаралты-йыһаздар ҡуйылған тип хәбәр итә ирекмән Регина Берғулиева.
Тиҙҙән Софияға операция эшләнәсәк, әлегә һаулығын тикшереү дауам итә.
Читайте нас