Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
22 Октября 2019, 06:39

Яңы медицина ҡорамалдары һатып алынды

Яңы медицина ҡорамалдары һатып алынды #нацпроекты

Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Сәләмәтлек" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан күп кенә эштәр башҡарыла. Был тармаҡтағы бер нисә төбәк проекты һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирә башланы.

Проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөлә, заманса ҡорамалдар һатып алына, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн саралар ойошторола. "Онкология ауырыуҙары менән көрәш" төбәк проекты сиктәрендә 24-25 октябрҙә Республика клиник онкология диспансерында юғары технологиялы медицина йыһаздары сафҡа керетеләсәк. Проект ярҙамында алынған яңы заманса микроскоп ҡатмарлы әмәлиәттәр үткәрергә мөмкинлек бирә.


Читайте нас