Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
23 Октября 2019, 06:49

Эш урындарында спорт залдары булдырыласаҡ

Спорт менән шөғөлләнеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы артығыраҡ буласаҡ?#ВладимирПутин

Спортты һәм физик культураны үҫтереү буйынса совет ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡта белдерҙе. Коллективтарҙа һәм муниципаль ойошмаларҙа спорт буйынса инструктор ставкаһын булдырырға, спорт менән шөғөлләнеүсе эшсәндәргә һәм етәкселәренә дәртләндереү ысулдары уйлап табырға кәрәктер, бәлки.


— Спорт менән шөғөлләнергә теләүсе хеҙмәткәрҙәргә мөмкинлектәр булдырырға кәрәк. Быларҙы граждандарҙың үҙҙәре ярҙамында эшләргә бурыслыбыҙ. Шулай уҡ ауылда йәшәүселәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн иң яҡшы шарттар булдырыу, физик сараларҙы төрләндереү мөһим. Эш урындарында спорт залдары асыу хаҡында ла уйлайбыҙ.


#ВладимирПутин

Читайте нас