Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
24 Октября 2019, 11:42

Башҡортса шрифты нисек ҡуйырға?

Бөгөн редакциябыҙға республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Салауат ағай килеп инде, яңы телефонына башҡорт телендә шрифт ҡуйыуыбыҙҙы һорағас, хөрмәтле шағирға ихлас ярҙам иттек!Дуҫтар, әгәр һаман телефонығыҙҙа башҡортса клавиатура юҡ икән, мәғлүмәт менән бүлешәбеҙ, ҡулланығыҙ, таратығыҙ!#Шоңҡаржурналы

"Андроид"та Плеймаркетта (Google plai), "iOs"та Аппсторҙа(App Store) "Jbak Keyboard" тигән ҡушымтаны смартфонығыҙға, йәки планшетығыҙға күсереп алығыҙ. Шунан, шул ҡушымтаның менюһынан "Язык и клавиатура" тигәнен табып асығыҙ, "русский", "башкирский", кәрәкһә "английский" телдәренә тамға ҡуйып, ҡушымтанан сығығыҙ. Клавиатурала башҡортса шрифт була. Бик уңайлы, хәрефтәре бик ҙур.


Читайте нас