Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Ҡорос" халыҡ театры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы яңы проект әҙерләй.
Студенттар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов етәкселегендә "ҺИНӘН БАШҠА ДОНЪЯМ ЯПА-ЯҢҒЫҘ..." тип исемләнгән бер бүлекле лирик драманы сәхнәгә сығарасаҡ. Театраль тамаша халыҡ шағирының иҫтәлектәренән һәм әҫәрҙәренән ("Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Беҙҙең өйҙөң йәме") ҡоролған.
Спектакль 28 октябрь 19:30 сәғәттә М.Аҡмулла ис. БДПУ-ның икенсе корпусындағы тамаша залында үәтәсәк!