Шоңҡар
+24 °С
Дождь
Новости
23 Октября 2019, 20:44

Табиптарға торлаҡ алыу өсөн аҡсалата ярҙам биреләсәк

Табиптарға торлаҡ алыу өсөн аҡсалата ярҙам биреләсәк. #ВладимирПутин

Рәсәй төбәктәрендәге табиптарҙың алты процентына торлаҡ алыуға аҡсалата ярҙам тапшырыласаҡ, был хаҡта илдең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова хәбәр итте.
Бынан алда ил Президенты Владимир Путин Рәсәй төбәктәрендә табиптарға социаль ярҙамды арттырырға тәҡдим итте. Уҙған йылда 23, 4 миллиард һум бүленгән, әммә был аҡса етмәй ҡалған. Табиптарҙың 0, 4 проценты ғына ярҙам алыуға өлгәшкән, ә киләһе йылда был һанды алты процентҡа ҡәҙәр еткермәкселәр. Алты төбәктә бындай ярҙам бөтөнләй булдырылмаған.

#ВладимирПутин
Читайте нас