Тиҙҙән! Яңы мобиль ҡушымта, яңы "Әлифба"!
Бөгөнгө көндә ҡушымталарҙың ниндәй генә юҡ. Тик, ҡыҙғаныс, башҡорт телендәгеләре бик аҙ. Бына тиҙҙән балалар өсөн саф башҡортса телефон уйыны донъя күрәсәк, уны "Balalar" проекты авторы Фатима Янбаева тәҡдим итә.
Ҡушымта йәнлектәрҙең башҡортса атамаһын өйрәнеүҙе, хәрефтәрҙе ҡабатлауҙы, ғөмүмән, туған телебеҙгә һөйөү уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя.