Әбйәлил районының "Салауат" совхозы утарының берҙән-бер йәшәүсеһе Фуат Нуретдинов баҡыйлыҡҡа күскән.
Урындағы халыҡ, йәғни бар Әбйәлил халҡы, уны Губернатор тип йөрөттө... Үҙенә-үҙе хужа булып йәшәгән ҡарт тураһында бала саҡта күп һөйләй торғайнылар. Утһыҙ-ниһеҙ, газһыҙ нисек йәшәй икән тип ҡыҙыҡһына инек.
Губернатор апа Ленинград урман хужалығы академияһын тамамлаған, ғүмер баҡый урманда тир түккән. 2011 йылда әбейе үлеп ҡалғас, балалары өгөтләүенә ҡарамаҫтан, утарҙан күсмәй тороп ҡала. Тәбиғәт ҡосағында йәшәүе рәхәт тип, шәхси хужалығында эшләп йәшәй бирә. Ошо көндәрҙә Фуат апа вафат булған.