Шоңҡар
+27 °С
Облачно
Новости
25 Октября 2019, 08:36

"Кәкре сүкеш" Радий Хәбировты илатҡансы көлдөргән

"Кәкре сүкеш" Радий Хәбировты илатҡансы көлдөргән...

Интернет селтәрендә вайн тигән нәмә күҙгә йыш салына, күптәр таныштыр. Эйе-эйе, әлеге лә баяғы йәштәр уйлап сығарған нәмә, вайн — көлкөлө ҡыҫҡа видеояҙмалар, уларҙың оҙонлоғо бер минуттан ашмай. "Шоңҡар"ҙың былтырғы октябрь һанында башҡорт вайнерҙары, вайн төшөрөп миллиондар эшләгән ҡаҙаҡ кәмитселәре тураһында яҙғайныҡ, был хаҡта тулыраҡ һылтанма буйынса уҡып белә алаһығыҙ — https://shonkar.rbsmi.ru/news/video-t-sh-r-p-t-milliondar-eshl-p-bula-y-ki-vayndar-kha-ynda/?sphrase...


Башҡорт вайнеры Фидан Ҡолмөхәмәтовтың яҙылыусылары хәҙер инде 30 меңгә етеп бара. Фидандың республика хөкүмәтендә үткән кәңәшмәгә пародия төшөрөүе Инстаграм ҡулланыусыларына шәп мәрәкә булған, айырым серия булып сыҡҡан һәр видеояҙма 50 меңгә яҡын ҡарау йыя. Был вайндарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та күреп ҡалған, әйткәндәй, һәйбәт баһа биргән. Ул "Кәкре сүкеш"тең "Фейсбук"тағы видеояҙмаһы аҫтына: "Илағансы көлдөм. Бик оҫта уйнайһың!" — тип яҙып һалған.


Фидан көтөлмәгән баһанан хатта юғалып та ҡалған, әммә бирешергә уйламай, вайнер киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйған, тамашасыларҙы (яҙылыусыларҙы) йыл аҙағына тиклем 100 меңгә еткерәһе бар әле!
Читайте нас