Шоңҡар
+23 °С
Ясно
Новости
25 Октября 2019, 06:49

Субсидия алырға өлгөрөгөҙ!

Субсидия алырға өлгөрөгөҙ! #нацпроекты

Рәсәй экспорт үҙәге ай дауамында ойошларҙан дәүләт транспорт субсидияһына заявкалар ҡабул итәсәк. Ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан милли проект өсөн быйылға бүленгән дөйөм сумма 14,2 миллиард һум тәшкил итһә, шуның биш миллиарды ойошмаларға бирелгән дә инде.
Дәүләт транспорт субсидияһы программаһына ярашлы, юғары технологиялы продукция етештереүселәр үҙ тауарын ташыуға киткән сығымдың 80 процентын кире ҡайтарып ала аласаҡ. Өҫтөнлөк машина эшләү тармағы компанияларына бирелә – улар өсөн дөйөм субсидияның 48 проценты ҡаралған. Артабан – сәнәғәт өлкәләре (химия, металлургия, урман). Уларға дөйөм сумманың 45 проценты бүленә. Шулай уҡ субсидия сығымдарының лимиты билдәләнгән, уның буйынса бер ойошма йыл дауамында 500 миллион һумға тиклем ярҙам аласаҡ. Айырым лимит автомобиль сәнәғәте өсөн тәғәйенләнгән – 550 миллион һумға тиклем.
Читайте нас