Бөгөн китап эше белгестәре, китапханасылар, библиографтар, уҡытыусылар ғына түгел, ә барлыҡ китап һөйөүселәр ҙә байрам итә. Сөнки китапхана халыҡтың барлыҡ рухлы, зыялы, белемле кешеләрен берләштерә.
Әгәр ҙә киләсәктә туған телебеҙҙе онотмайыҡ, мәҙәниәтебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлайыҡ, тоғролоҡто юғалтмайыҡ тиһәк, башҡорт әҙәбиәте һағына баҫыу, баҫма әҙәбиәткә һөйөүҙе кескәй саҡтан, мәктәптән үк тәрбиәләү, китапхана юлын һыуытмау зарур.
Китап тураһында бер нимә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт:
*Ер йөҙөндә иң боронғо китап булып Присс папирусы иҫәпләнә. Ул беҙҙең эраға тиклемге 3350 йылда яҙылған. Мысырҙың Фивы пира-мида¬һында табылған ҡомартҡы әле Париждың милли китапханаһында һаҡлана.
*Рәсәйҙә китап баҫыу эшен 1564 йылда Иван Федоров менән Петр Мстиславец башлап ебәргән.
*Донъяла иң ҡиммәтле һәм иң ауыр китап – “Изге Иоанн хәҡиҡәте”. Ул Швейцария аҡсаһы менән ике мең франк (86 мең һум самаһы) иҫәпләнә. Ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән бронза тышлығы ғына 120 килограмм тарта. 150 битлек был китап 300 һарыҡ тиреһенән яһалған иң яҡшы пергаменттан эшләнгән.
* Рәсәй дәүләт китапханаһы донъяла иң ҙур китапханалар исемлегендә бишенсе урында тора. Уның фондында 47 миллион баҫма бар. Уларҙы теҙеп ҡуйыу өсөн ун километрҙан да оҙонораҡ кәштә кәрәк булыр ине.
*Донъялағы иң бәләкәй китапхана – Һиндостандың Амритсар ҡалаһында. Ҡиммәтле мәрмәрҙән һалынған, баҡыр һәм алтын менән биҙәлгән был китапханала ни бары бер китап һаҡлана.
*Тарихта китап өсөн иң ҙур гонорарҙы Рим императоры Марк Аврелий түләгән – шағир Оппианға һунарсылыҡ һәм ба¬лыҡсылыҡ хаҡында яҙған поэмаларының һәр һөйләме өсөн бер алтын тәңкә биргән. Ә уның ике поэмаһы 20 мең һөйләмдән торған.
*Иң оҙон атамалы китап 1633 йылда Лондонда донъя күргән. Был баҫманың исеме 45 һөйләмдән тора!