Донъяла үҙенсәлекле ҡалалар күп. Бәғзеләренә күҙ һалһаң, телдән яҙырһың. Бына, мәҫәлән, Копенгагендан алыҫ булмаған Бреннбю баҡса-ҡалаһы. Һәр йорт айырым бер түңәрәк эсендә урынлашҡан. Ихаталары ярайһы ҙур ғына. Унда рәхәтләнеп ял итергә була. Кинәнеп йәшелсә-еләк үҫтерергә лә...