Шоңҡар
+22 °С
Ясно
Новости
28 Октября 2019, 12:17

Кикбоксинг күгендә – яңы башҡорт йондоҙо

Азаматтың еңеүле дебюты спорт комментаторҙарын гөж килтерҙе. Белгестәр уға яҡты киләсәк юрай.

Сибай ҡалаһынан Азамат Мусин кикбоксинг буйынса Екатеринбургта уҙғарылған Fair Fight X тип аталған оло турнирҙа еңеү яуланы. Был ярыш Азамат өсөн профессиналь рингтағы тәүге алыш булһа ла, ул һынатманы ғына түгел, башҡорт спорты үҫешенә ҙур өлөш индереүе менән дә әһәмиәтле булды.
Читайте нас