Шоңҡар
+28 °С
Облачно
Новости
28 Октября 2019, 11:43

Ташландыҡ бесәйҙәр өй туйлаған

Бесәйҙәр өсөн ғәҙәти булмаған был йортто баш ҡаланың Динамо районында төҙөгәндәр. Хәҙер урындағы ташландыҡ бесәйҙәр шунда ҡышлай ала. Йортҡа бер нисә урындан инеп була. Әйткәндәй, унда бесәйҙәр генә һыя. Эттәр үтеп инә алмай.

Мәскәүҙә ташландыҡ бесәйҙәргә махсус торлаҡ барлыҡҡа килгән


Бесәйҙәр өсөн ғәҙәти булмаған был йортто баш ҡаланың Динамо районында төҙөгәндәр. Хәҙер урындағы ташландыҡ бесәйҙәр шунда ҡышлай ала.

Йортҡа бер нисә урындан инеп була. Әйткәндәй, унда бесәйҙәр генә һыя. Эттәр үтеп инә алмай. Верандаһында һыу һәм аҙыҡ өсөн махсус һауыттар ҙа ҡуйылған. Бесәйҙәр был бүләкте бик кинәнеп ҡабул иткән һәм шунда уҡ унда йәшәй ҙә башлаған.
Читайте нас