Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Новости
29 Октября 2019, 06:33

Батырлыҡтары онотолмай

Рәсәй Президенты Владимир Путин 43 кешенең ғүмерен ҡотҡарған Ан-24 экипажы ағзаларын бүләкләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 43 кешенең ғүмерен ҡотҡарған Ан-24 экипажы ағзаларын бүләкләне.
Быйылғы йылдың июнь айында Түбәнге Ангарск аэропортында АН-24 самолеты осоп киткәндән һуң, кире ултырырға мәжбүр була, бер двигателе эшләмәй. Һауа судноһы осоу-ултырыу һыҙатынан ситкәрәк барып төшә һәм яна башлай. Командир менән бортмеханик һәләк була. 43 пассажирҙың ғүмере ҡотҡарыла.
Владимир Путин бортмеханик Олег Бардановҡа, пилот-инспектор Владимир Коломинға Батырлыҡ ордены, борт-оҙатыусы Елена Лапуцкаяға, Сергей Сазоновҡа Нестеров миҙалы тапшырҙы.
Читайте нас